Һауа торошо Погода
19 Июль 2025, 03:10

Аҙна башында эҫе була

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Аҙна башында эҫе булаАҙна башында эҫе була
Аҙна башында эҫе була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙна башында 31 градусҡа тиклем эҫе була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 19 июлдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +23 градус булһа, төндә +11 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.

Иртәгә, 20 июлдә, башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +27, төндә +13 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 21 июлдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +31, төндә +20 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас