Һауа торошо Погода
22 Июль 2025, 04:15

Йәшен йәшнәй , ямғыр яуа

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр ямғырлы һәм йәшенле була була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 22 июлдә, аяҙлы-болотло һәм болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +31 градус булһа, төндә +18 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан, секундына 6-7 метр тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 23 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +27, төндә +18 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңесә.

Кесаҙнала, 24 июлдә, болотло булыуы, күк күкрәп ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +25, төндә +18 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас