Һауа торошо Погода
25 Июль 2025, 02:50

Һалҡынайта

Ейәнсура районында ял көндәренә һауа торошо прогнозы

ҺалҡынайтаҺалҡынайта
Һалҡынайта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 июлдә, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +26, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 метр тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 26 июлдә, башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, төндә +13 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан, секундына 5-6 метр тиҙлектә иҫә.

Йәкшәмбелә, 27 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +19 градус булһа, төндә +13 градусҡаса түбәнйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас