

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә башлыса яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 июлдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, талғын.
Июлдең һуңғы ике көнөндә аяҙыйыусан болотло һауа торошо көтөлә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +23...+24, төндә +15...+16 градус күрһәтә. Ел башлыса төньяҡтан, секундына 3-4 метр тиҙлектә иҫә.