Һауа торошо Погода
31 Июль 2025, 04:15

Август башында эҫе була

Ейәнсура районында август башына һауа торошо прогнозы

Август башында эҫе булаАвгуст башында эҫе була
Август башында эҫе була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, август башында Ейәнсура районында аяҙ һәм эҫе була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 31 июлдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +15 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Август айының тәүге көндәре йылы һәм аяҙ көндәре менән ҡыуандырасаҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ +27...+28, төндә +16...+17 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас