Һауа торошо Погода
3 Август 2025, 04:20

Һалҡынайта, ямғыр яуа

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Һалҡынайта, ямғыр яуаҺалҡынайта, ямғыр яуа
Һалҡынайта, ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙнала ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, талғын.

Киләһе аҙна башында, 4 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +29 градус булһа, төндә +18 градусҡаса түбәнйә.

Шишәмбелә, 5 августа, башлыса болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +23, төндә +19 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас