

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 августа, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +24, төндә +17 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 10 августа, болотло булыуы, күк күкрәп, ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус булһа, төндә +14 градусҡаса түбәнйә.
Аҙна башында, 11 августа, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +21, төндә +12 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.