

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ямғыр яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 августа, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Иртәгә, 13 августа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +19, төндә +13. Ел көнбайыштан, еңелсә.
Кесаҙнала, 14 августа ла шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, төндә +13 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.