Һауа торошо Погода
20 Август 2025, 04:10

Киләһе көндәр йылыраҡ була

Ейәнсура районында һауа торошо прогнозы

Киләһе көндәр йылыраҡ булаКиләһе көндәр йылыраҡ була
Киләһе көндәр йылыраҡ була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, аҙна уртаһында термометр бағанаһы күтәрелә башлай.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 августа, аяҙлы-болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +19, төндә +12 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 5-7 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 21 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +12 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Йома көндө, 22 августа, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, төндә +12 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас