

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында эҫенән һуң бер аҙ һалҡынайта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, 24 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Киләһе аҙна башында, 25 августа, болотло булыуы, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +30 градус булһа, төндә +19 градусҡаса түбәнәйә. Ел башлыса көняҡтан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 26 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, төндә +15 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.