

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында эҫенән һуң бер аҙ һалҡынайта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 26 августа, көндөҙ аяҙ була, төндә болотлай, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +26, төндә +17 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Шаршамбыла, 27 августа, аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +24, төндә +11 градус күрһәтә. Ел башлыса көнбайыштан, секундына 2-4 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 28 августа, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +21 градус булһа, төндә +7 градусҡаса түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.