

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында сентябрь башында йәйгесә эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 1 сентябрҙә, төндә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы +17 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, еңелсә.
Шишәмбелә, 2 сентябрҙә, башлыса була, яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағанаһы көндөҙ +28, төндә +20 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡ-көнсығыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 3 сентябрҙә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +29 градус булһа, төндә +19 градусҡаса түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.