

Сентябрҙең тәүге аҙнаһы йәйгесә йылы көндәр менән ҡыуандырғайны, әммә көҙ үҙенекен итә – синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 сентябрҙә, аяҙлы-болотло, төндә аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +18, төндә +8 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 10 сентябрҙә, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +18, төндә +6 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан, секундына 5 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 11 сентябрҙә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +15 градус булһа, төндә +10 градусҡаса түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.