

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлмәй.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 сентябрҙә, аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +7 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан , еңелсә.
Иртәгә, 18 сентябрҙә, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +21, төндә +6 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан, талғын.
Йома көндө, 19 сентябрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус булһа, төндә +7 градусҡаса түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.