

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 сентябрҙә, аяҙлы була. Һауа температураһы көндөҙ +8, төндә –2 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан , еңелсә.
Иртәгә, 1 октябрҙә, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +12, төндә +1 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 2 октябрҙә, башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13 градус булһа, төндә +1 градусҡаса түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.