

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыраҡ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 октябрҙә, көндөҙ башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +14, төндә –1 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Киләһе ике көндә, 5 һәм 6 октябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +16 градус булһа, төндә +2 градусҡаса түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.