Һауа торошо Погода
10 Октябрь 2025, 05:05

Һыуыта, ямғыр яуа

Ейәнсура районында ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Һыуыта, ямғыр яуаҺыуыта, ямғыр яуа
Һыуыта, ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында һыуыта һәм ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 октябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17, төндә +5 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан, еңелсә.

Республика көнөндә, 11 октябрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +16, төндә +9 градус күрһәтә. Ел башлыса көнсығыштан, секундына 5-7 м тиҙлектә иҫә.

Йәкшәмбелә, 12 октябрҙә, болотло була, көн дауамында бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә +6 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас