

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә бер аҙ йылыта, ямғыр яуа була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 октябрҙә, көндөҙ болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә +5 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-7 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе ике көндә, 13 һәм 14 октябрҙә, башлыса болотло булыуы быҫҡаҡлап ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +13 градус булһа, төндә +10 градусҡаса түбәнәйә. Ел башлыса көньяҡ-көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә. тип прогнозлай синоптиктар.