Һауа торошо Погода
16 Октябрь 2025, 04:10

Ямғыр яуа, һыуыта

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Ямғыр яуа, һыуытаЯмғыр яуа, һыуыта
Ямғыр яуа, һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйә һәм бер аҙ ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 16 октябрҙә, болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +13, төндә +6 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 17 октябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +6, төндә +3 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Шәмбе, 18 октябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +8, төндә +4 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас