

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 октябрҙә, аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +11, төндә +3 градус тәшкил итә. Ел башлыса көнсығыштан, еңелсә.
Иртәгә, 21 октябрҙә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +12, төндә +5 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан, секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 22 октябрҙә, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +8, төндә +3 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.