

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында һауа температураһы –2 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 24 октябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +9, төндә –2 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан, еңелсә.
Иртәгә, 25 октябрҙә, аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +9, төндә –2 градус күрһәтә. Ел башлыса төньяҡтан, талғын.
Йәкшмбелә, 26 октябрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ 12 градусҡа тиклем йылыта, төндә +5 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.