Һауа торошо Погода
28 Октябрь 2025, 04:20

Һыуыта, ямғыр яуа

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр ямғырлы була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 октябрҙә, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +12, төндә +10 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 29 октябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +10, төндә +8 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан, еңелсә.

Кесаҙнала, 30 октябрҙә, болотло булыуы көн дауамында быҫҡаҡлап ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы +7 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас