

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында һауа температураһы –3 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 1 ноябрҙә, болотло булар бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +5, төндә +4 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 2 ноябрҙә, башлыса болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +6, төндә +1 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙна башында, 3 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +3 градус булһа, төндә –3 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.