Һауа торошо Погода
5 Ноябрь 2025, 04:20

Бер аҙ йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Бер аҙ йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуаБер аҙ йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа
Бер аҙ йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ҡарлы ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 ноябрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +1, төндә 0 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 6 ноябрҙә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +3, төндә +2 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Йома көндө, 7 ноябрҙә, болотло була, ямғыр, ҡар-ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы +4...+5 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас