

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +6, төндә 0 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә, тиҙлеге секундына 7 метрға тиклем.
Аҙна башында, 10 ноябрҙә, болотло булыуы, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +4, төндә +5 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 11 ноябрҙә, болотло булыуы, ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +6 булһа, төндә +4 градусға тикклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.