

Аҙна аҙағында йылыраҡ була
Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында йылы һәм аяҙ булыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +3, төндә 0 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан иҫә, еңелсә.
Йома көндө, 14 ноябрҙә, болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы, көндөң икенсе яртыһында аяҙытыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +6, төндә –1 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Шәмбелә, 15 ноябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +7 булһа, төндә +3 градусға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.