

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуыуы булыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +1, төндә 0 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан иҫә, еңелсә.
Иртәгә, 18 ноябрҙә, болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы +3 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан, талғын.
Шаршамбыла, 19 ноябрҙә, болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +5 булһа, төндә +4 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.