Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында көндәр йылытыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 21 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +3, төндә +2 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан иҫә, еңелсә.
Иртәгә, 22 ноябрҙә, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы, иртәнсәк бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +8, төндә +5 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 23 ноябрҙә, башлыса болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +7 булһа, төндә +5 градусға тикклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.
Ҡасан ҡар яуыуына килгәндә, яҡын көндәрҙә ул пргонозланмай. Киләһе аҙнаның тәүге ике көнөндә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Аҙна уртаһында һауа температураһы нулдән түбәнәйеп, аҙна аҙағында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана.