

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна уртаһында көндәр һыуытыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 ноябрҙә, көндөҙ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +6, төндә +2 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 26 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы, төндә аяҙытыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +4, төндә –3 градус күрһәтә. Ел төньяҡ- көнбайыштан, талғын.
Кесаҙнала, 27 ноябрҙә, аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +1 булһа, төндә –3 градусҡа тикклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.