Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
29 Ноябрь 2025, 09:15

Яуым-төшөм көтөлмәй

Ейәнсура районында ноябрь аҙағы – декабрь башына һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ноябрь аҙағында яуым-төшөм көтлөмәй.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +1, төндә –4 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көнсығыштан иҫә, еңелсә.

Иртәгә, 30 ноябрҙә, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +1, төндә –2 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан, талғын.

Дүшәмбелә, 1 декабрҙә, аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +1 булһа, төндә –6 градусҡа тикклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Яуым-төшөм көтөлмәй
Яуым-төшөм көтөлмәй
Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас