Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә бер аҙ һыуытыуы, еңелсә ҡар яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 декабрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –1 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Иртәгә, 4 декабрҙә шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ 0, төндә –1 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан, еңелсә.
Йома көндө, 5 декабрҙә, болотло булыуы, төндә еңелсә ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –3...–2 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.