Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
7 Декабрь 2025, 09:15

Ҡапыл һыуыта

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Ҡапыл һыуыта
Ҡапыл һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна башында һауа температураһы ҡырҡа түбәнәйә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 7 декабрҙә, болотло була, ҡар-ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы –3...–2 градус тәшкил итә. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан иҫә, еңелсә.

Иртәгә, 8 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы һәм ҡар-ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –1, төндә –8 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Дүшәмбелә, 9 декабрҙә, аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –8 булһа, төндә –14 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас