Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылытыуы, еңелсә ҡар яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 декабрҙә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә –10 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 11 декабрҙә башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –6 градус күрһәтһә, төндә –14-кә тиклем түбәнәйә. Ел көнсығыштан, еңелсә.
Йома көндө, 12 декабрҙә, болотло булыуы, төндә еңелсә ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –9 төндә –5 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.