Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 декабрҙә, болотло була, ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –8 төндә –13 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 15 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –11... –10 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 16 декабрҙә, аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –11 градус булһа, төндә –16 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.