Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында буранлы көндәрҙән һуң ҡапыл һыуыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 18 декабрҙә, болотло була, төндә ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ –4 төндә –2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 5 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 19 декабрҙә, шулай уҡ болотло була күпләп ҡар яуыуы, буранлауы көтөлә. Термометр бағанаһы –1 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбелә, 20 декабрҙә, көндөҙ болотло булып, төндә аяҙытыуы күҙаллана, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ –4 градус булһа, төндә –15 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.