Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ҡапыл һыуыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 22 декабрҙә, болотло була, көндөҙ бер аҙ, төндә көслө ҡар яуа. Һауа температураһы –7 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 23 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –5 градус булһа, төндә –2 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 4 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 24 декабрҙә, аяҙлы-болотло булыуы бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –11 градус булһа, төндә –27 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.