Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ҡар яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 26 декабрҙә, болотло була, еңелсә ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –17, төндә –13 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 27 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –10...–9 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 28 декабрҙә, болотло булыуы, көслө ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы –7...–6 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.