Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
30 Декабрь 2025, 09:15

Яңы йыл ҡарлы-буранлы була

Һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылытыуы, еңелсә ҡар яуыуы көтөлә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 декабрҙә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була, төндә бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –12, төндә –10 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Йылдың һуңғы көнөндә, 31 декабрҙә, болотло була, ҡар яуа, буран сыға. Термометр бағанаһы –6...–5 градус күрһәтһә. Ел көньяҡтан, секундына 5 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе йылдың тәүге көнөндә шулай уҡ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –2 төндә –10 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас