Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
3 Ғинуар , 09:05

Йылыта, епшек ҡар яуа

Ейәнсура районында аҙна аҙағына һәм киләһе аҙна башына һауа торошо прогнозы

Йылыта, епшек ҡар яуа
Йылыта, епшек ҡар яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыта ҡар яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –21...–19 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 4 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло булыуы, төндә ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –12, төндә –6  градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.

Аҙна башында, 5 ғинуарҙа, болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы –3...–0 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас