Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында иртәгә йылыраҡ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 7 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –13...–10 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 8 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –4, төндә –7 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Йома көндө, 9 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –7, төндә –13 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.