Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
11 Ғинуар , 09:10

Аҡ бурандармы, сатлама һыуыҡтармы?

һауа торошо

Аҡ бурандармы, сатлама һыуыҡтармы?
Аҡ бурандармы, сатлама һыуыҡтармы?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ҡыш уртаһына хас булған бурандар йәки сатлама һыуыҡтар көтөлмәй, әммә көслө ел сыға.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 11 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –9...–8 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан, талғын.

Иртәгә, 12 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло булыуы көтөлә, яуым-төшөм прогнозланмай. Термометр бағанаһы –10...–7  градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Шишәмбелә, 13 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –5, төндә –9 градус тәшкил итә. Көнсығыштан секундына 10 метрға тиклем көслө ел иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас