Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
17 Ғинуар , 09:25

Ҡышҡы селлә үҙенекен итә

Һауа торошо

Ҡышҡы селлә үҙенекен итә
Ҡышҡы селлә үҙенекен итә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында һыуыҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 ғинуарҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –16 градус булһа, төндә –27-гә тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан, талғын.

Иртәгә, 18 ғинуарҙа, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –21...–20  градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Аҙна башында, 19 ғинуарҙа, болотло булыуы, төндә бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы –14 градус тәшкил итә. Көнсығыштан секундына 10 метрға тиклем көслө ел иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас