Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 ғинуарҙа, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –13...–11 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан, талғын.
Иртәгә, 21 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло була, еңелсә ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –10 градус күрһәтһә, төндә –15-кә тиклем түбәнәйә. Ел көнсығыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 22 ғинуарҙа, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –20...–17 градус тәшкил итә.
Аҙна аҙағында иһә сатлама һыуыҡтар көтә - һауа температураһы 31 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.