Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә 31 градусҡа тиклем һыуыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 23 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –20, төндә –24 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 24 ғинуарҙа, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –21 градус күрһәтһә, төндә –28-гә тиклем түбәнәйә. Ел башлыса төньяҡтан, еңелсә.
Йәкшәмбелә, 25 ғинуарҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –24, төндә...–31 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.