Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 27 ғинуарҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –22, төндә –25 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 28 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –16, төндә –21 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Кесаҙнала, 29 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы –10...–9 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.