Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
30 Ғинуар , 15:45

Йылыға тарта

Һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында февраль башында йылыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 31 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –5, төндә –12 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, талғын.

Иртәгә, 1 февралдә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –6 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан, еңелсә.

Дүшәмбелә, 2 февралдә, болотло булыуы күҙаллана. Һауа температураһы –4...–3 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас