Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында йылыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 февралдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –17, төндә –25 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Иртәгә, 6 февралдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –17, төндә –27 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Шәмбелә, 7 февралдә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы –13...–12 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.