Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна уртаһында һыуыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 февралдә, төндә болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –18 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 11 февралдә, шулай болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –15, төндә –21 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.
Кесаҙнала, 12 февралдә, аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –14 градус булһа, төндә –12-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.