Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыта, буран сыға.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 февралдә, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –8, төндә –12 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 15 февралдә, болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –1 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Аҙна башында, 16 февралдә, шулай уҡ болотло булыуы һәм ҡра ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы –1...–0 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.