Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында ҡар яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 февралдә, болотло була ҡар яуа, төндә башланған буран кискә бер аҙ баҫыла. Һауа температураһы –7 градус тәшкил итә. Секундына 10-12 м тиҙлектә көнсығыштан иҫкән көслө ел кискә табан секундына 3-5 метрға тиклем кәмей.
Иртәгә, 21 февралдә, болотло була, ҡар яуа, еңелсә буран сыға. Термометр бағанаһы көндөҙ –6, төндә –8 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 22 февралдә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –9 градус булһа, төндә –17-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.